Өфө: Китап, 2005. - 391 б.
Современный литературный башкирский язык: морфология.
Билдəле булғанса, тел формаһы һəм мəғəнəһе яғынан төрлө
характерҙағы һəм төрлө типтағы берəмектəрҙəн тора. Əммə был
берəмектəр телдə билдəле бер закондарға буйһонған төҙөк бер система
тəшкил итə. Телдең системалы күренеш булыуын иҫбатлаусы дəлилдəрҙең
береһе булып уның кимəлдəре тора. Һəр бер телдең фонетик,
фонологик, морфемик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик
кимəлдəре бар.