Башкирский язык
Языки и языкознание
Практикум
  • формат pdf
  • размер 1,25 МБ
  • добавлен 15 августа 2015 г.
Йомағолова Ә.И. Үҙ илеңдә солтан бул. Уҡытыусыға ярҙамға
Өфө: РФА ӨҒҮ ТТӘИ, 2009. - 88 бит.
Был йыйынтыҡҡа кергән мәҡәләләрҙә, кластан тыш сара өлгөләрендә телебеҙҙең бөйөклөгөн, байлығын һәр башҡорт балаһының күңеленә һалыу, улай ғына ла түгел, Башҡортостан күп милләтле республика булараҡ, башҡорт теленең ҙур хөрмәткә лайыҡ икәнен башҡа милләт балаларына ла еткереү, аңлатыу маҡсат итеп ҡуйылған.
Йыйынтыҡҡа ингән мәҡәләләрҙең һәр береһенән ҡала мөхитендә нисек итеп үҙ асылыңды һаҡлап ҡалыу, туған телебеҙҙең моңон быуындан быуынға мираҫ итеп тапшырыу проблемалары ҡыҙыл еп булып үтә. Ысынлап та, тел, моң, рухты һаҡлап ҡалыу өсөн тейешле шарттар ҙа кәрәк, сөнки күңел ҡылдары нескә, бик тиҙ яралана. Был йүнәлеш йыйынтыҡта ышандырырлыҡ итеп сағылдырылған.
Ғаиләнең, балалар баҡсаһының, мәктәптең төп маҡсаты телгә, илгә, милләткә ихтирам тәрбиәләү менән бер рәттән ҡыҙҙарҙы тормошта наҙлы әсә, оҫта ҡуллы, хәстәрлекле хужабикә, малайҙарҙы ғаилә башлығы - абруйлы атай булырға әҙерләү ҙә фарыз. Тик ғаилә генә туғанлыҡты, берҙәмлекте тәрбиәләй ала.
Был йыйынтыҡта ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәптең енси тәрбиә биреүҙәге роле һыҙыҡ өҫтөнә алына. Автор шулай уҡ дәүләт телен белеүҙең мөһимлеген күрһәтә һәм уның кешенең интеллектуаль кимәлен билдәләүенә ныҡлы баҫым яһай. Тағы ла ул халҡыбыҙ өсөн оло афәткә әйләнгән эскелек сәбәптәрен асыҡларға тырыша.
Шулай итеп, йыйынтыҡта тупланған мәҡәләләр һәм дәрес өлгөләре уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр өсөн тәрбиә процесында ҡиммәтле материал булыр, тип ышанғы килә.
С.Х. Дәүләтшина, БР-ҙың, РФ-тың мәғариф алдынғыһы.
Похожие разделы