Өфө, Башҡортостан гәзите, 2013 йыл. – 35 бит. Мәҡәлә гәзиттең
август-ноябрь, 6 декабрь көндәрендә сыҡҡан Йома номерҙарында
баҫылды.
Был мәҡәләлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалия Солтангәрәева Һыуға бәйле ғөрөф-ғәҙәт (Һыу самаһы, Һыу инеү тәртибе, Өлкән кешенең миндек менән сабыныуы, Кейәү мунсаһы, Боҙ оҙатыу йолаһы, Ҡар һыуына барыу, Ямғыр саҡырыу), утҡа бәйле ғөрөф-ғәҙәт (Ут йолаһы, Ут ҡоймағы, Ут аша һикереү, Ут име), Һауа тылсымы, Тауға бәйле ғөрөф-ғәҙәт, Ҡышҡы нардуған, Йәйге нардуған, Науруз байрамы, Кәкүк сәйе, Ҡарға бутҡаһы, Ҡуҙғалаҡ байрамы, Йыйын, Һабантуй барышы (Ат сабышы, Һабантуй һыйы, Аттан тартышыу, Таш ырғытыу, Түңәрәктә әйләнеп, таҡмаҡ әйтешеү, Атылмаҡ йәки сәңгелдәк уйнау, Мәрәкә уйындар), Сәсеү йолаһы, Тәүге күк күкрәү, Күкәй тәгәрәтеү йолаһы, Сәғәт һуғыу көнө, Батҡаҡ сәйе, Бесән туйы, Әбейҙәр сыуағы байрамы тураһында бәйән итә.
Йола — тормошта теге йәки был хәлде ваҡиға итә, мәхшәрҙән тәртип тыуҙыра, нәфсенең самаһын сикләп ҡуя торған, маҡсатты һөҙөмтәгә еткергән мотлаҡ үтәлергә тейешле закон. Ил йолаһыҙ булмаҫ, Ил йолаһына хан да буйһона тигән боронғолар.
Тәбиғәттең һәр мәленә иғтибар итеп, теләк әйтеп, яҙын Ҡарғатуй, көҙөн Сөмбөлә үткәреү һ. б. — башҡорт халҡының мәжүсилеге түгел, ә боронғо экологик белем хазинаһы ул!
Йола мәктәбенең асылын, уның үҫешен һәм тормошта нисек ҡулланылыуын Нәфсе ҡотортҡандан тыуған әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ, нәфрәт һәм асыу аҙҙы, еңел байығыу, эгоизм һәм индивидуаллек алға сыҡҡан дәүләттә эскелек, суицид, игенһеҙ ялан, балаһыҙ мәктәп, әсәһеҙ һәм әсәле етемдәр күбәйеп, Ил тигән бөйөк ҡәүем емерелер сиккә етте.
Башҡорттоң милли идеологияһы булған Яҡшылыҡ эшләүгә шик белдерелде. Үҙенең йолаларына таянмаған халыҡ быуат менән быуат сигендә тормош һынауҙарынан бөгөлә башланы. Бер башҡорт милләтенә генә түгел, дөйөм Рәсәй халыҡтарының рухиәтенә үлемесле көс төштө. Әммә ҡотолғоһоҙ мәл юҡ. Әгәр халыҡтың үҙ Теле, Ере, Исеме, Йолаһы бар икән, ул үҙен ҡотҡара ала әле.
Әлеге хеҙмәт милләт яҙмышы өсөн борсолғандарға тәғәйенләнә.