Башкирский язык
Языки и языкознание
Практикум
  • формат pdf
  • размер 3,50 МБ
  • добавлен 05 июля 2015 г.
Моталова Л.Ф. (төҙ.) һ. б. Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Интенсив курс
Өфө: РФА ӨҒҮ ТТӘИ , 2008. - 80 бит.
Автор — төҙөүселәре: Л.Ф. Моталова, Л.А. Ғәйсина, С.Т. Ғәлина.
Интенсив курс «Башҡорт теле. ru - 2» башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башлап өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Был уҡыу ҡулланмаһы татар мәктәптәрендәге 7-11 класс уҡыусыларына һәм бөтә теләп өйрәнеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
Ҡулланмала башҡорт һәм татар телдәрендә бик күп оҡшаш һүҙҙәр барлығы, уларҙың дөйөм тамырҙан икәнлеге иғтибарға алынған. Ғөмүмән, башҡорт һәм татар халҡы йолаларында, ауыҙ-тел ижадында бик күп оҡшашлыҡтар табырға була, сөнки улар бер-береһенә иң яҡын ҡәрҙәш халыҡтар.
«Башҡорт теле. ru — 2» үҫмерҙең йәшенә, ихтыяжына тура килерлек итеп, заманса төҙөлгән. Шуға күрә, ул балаға башҡорт телен ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән өйрәнергә мөмкинселек бирә.
Уҡыусыларға тәҡдим ителгән был ҡулланмала телде практик өйрәнеүҙең иң алдынғы алымдарының береһе — проект методикаһын ҡулланыу тәҡдим ителә. Дәреслектә проект эше һәр дәрестә тиерлек өйгә эш итеп бирелгән, һәр сирек аҙағында «Ижади дәрес. Сәләм- күстәнәс» ҡаралған.
Ҡулланма ике өлөштән тора. Бөтәһе 68 дәрес; 12 тема дүрт сиреккә бүленгән. Һәр сиректә өс тема үтелә. Дәрес темалары үтелгәс, контроль эш дәресе, ижади дәрес, нәфис әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм йомғаҡлау дәрестәре бирелә. Йомғаҡлау дәресендә уҡыусы «Үҙеңде тикшер» күнегеүен башҡара, сирек буйына эшләгән эшен йомғаҡлай, баһалай, билдә ҡуя.
Интенсив курс «Башҡорт теле. ru — 2» уҡыу ҡулланмаһының беренсе өлөшөнә рәхим итегеҙ!
Похожие разделы