Уфа: Башкирское книжное издательство, 1988, 64с.
Данная книга поможет прочитать литературу на башкирском языке,
изданную до 1930 года и использующую арабский алфавит.
1928—1930 йылдарға тиклем башҡорт яҙмаһы, эш ҡағыҙҙары ғәрәп
алфавитында алып барылған. Хәҙер ул яҙма менән яҙылған китаптар,
журналдар, документтар китапханаларҙа, архивтарҙа һаҡлана.
Халҡыбыҙҙың үткән тормош тарихын өйрәнгәндә шул материалдарға
мөрәжәғәт итергә тура килә. Был ҡулланма ошо яҙмаларҙы уҡырға
теләүселәргә ярҙам итеү өсөн сығарыла.