Башкирский язык
Языки и языкознание
Практикум
  • формат djvu
  • размер 316,16 КБ
  • добавлен 29 июля 2015 г.
Буранғолова Н.Д. Башҡорт телен уҡытыу тәжрибәһенән
Өфө: Башҡортостан мәғариф үҫтереү институты, 2011 йыл. – 72 бит.
Республика, ҡала, район ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә, Түңәрәк өҫтәлдәрҙә, осрашыуҙарҙа сығыштар.
Коллегалар һүҙе
Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһенең 104-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Юғары белемле, педагогик эш стажы 29 йыл, ошо мәктәптә 1986 йылдан бирле эшләй.
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу - бөгөн ил һәм дәүләт әһәмиәтендә ҡатмарлы ауыр мәсьәлә. Дөйөм алғанда, урыҫ мөхитендә уҡыусыла милли рух, туған телгә һөйөү уятыу күпкә ауыр һәм үҙенсәлекле. Ошондай эшкә Дим биҫтәһендә иң беренсе башлап Наилә Дамир ҡыҙы Буранғолова тотондо һәм урыҫ мәктәбендә туған телебеҙҙе юғары кимәлдә уҡытырға мөмкинлеген раҫланы. Төрлө ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар менән башланған эштең бөгөн емештәрен татыу - уның өсөн икеләтә ҡыуаныс.
Наилә Дамир ҡыҙы Дим биҫтәһендә тәжрибәле, коллегаларына һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеүсе райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе лә. Эш дәүерендә, уҡыусыларҙың белем кимәлен иҫәпкә алып, төрлө программалар (Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.), урыҫ мәктәптәренә тәғәйенләнгән дәреслектәр менән файҙалана.
Наилә Дамир ҡыҙының дәрестәре һәр ваҡыт мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә. Дәрес маҡсатын иҫәпкә алып төрлө типтағы дәрестәрҙә күргәҙмә әспабтарҙы урынлы ҡулланыуы телде өйрәнеүгә ыңғай ҡараш, шулай уҡ ваҡытта милли рух тәрбиәләй. Башҡорт телен өйрәнеүгә иң беренсе сиратта, уҡыусыларға телебеҙҙең фонетик үҙенсәлектәрен аңлатып, мөмкин тиклем тиҙ арала башҡорт өндәрен әйтергә өйрәтә, уның уҡыусылары беренсе йылда уҡ дөрөҫ һәм шыма уҡырға өйрәнә.
Наилә Дамир ҡыҙы төрлө яңы методтар, ысулдар, инновацион алымдарҙы уңайлы ҡулланып, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерергә һөйләшергә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирә. Уның мөхитендә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, йолаларын, тарихын, көнкүрешен өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ошоно иҫәпкә алып, Наилә Дамир ҡыҙы башҡортса йырҙар, бейеүҙәр өйрәтеүгә, фольклор, йола байрамдарын үткәреүгә ныҡлы иғтибар бирә. Уның тарафынан үткәрелгән «Аулаҡ өй», «Ҡаҙ өмәһе», «Һабантуй» кеүек башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙ эсенә алған байрамдар белем биреү, шулай уҡ тәрбиә сараһына әйләнде.
Наилә Дамир ҡыҙы Буранғолова - Дим биҫтәһендә абруй ҡаҙанған, тырыш, алдынғы ҡарашлы, киң эрудициялы уҡытыусы.
Наилә Дамир ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡ-ара ғилми-практик конференцияһы, Дим биҫтәһенең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары форумы, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының II съезы делегаты.
Похожие разделы