Башкирский язык
Языки и языкознание
Практикум
  • формат doc
  • размер 178,70 КБ
  • добавлен 07 августа 2013 г.
Аҙнағолов Р.F. Хәҙерге дәрес: уҡыу ҡулланмаһы
Өфө: Баш ДУ, 2011. — 100 бит. Үҙгәрешле, икенсе баҫма.
Бала шәхесен үҫтереү — илде үҫтереү. Йыйынтыҡҡа тупланған фәнни-методик эҙләнеүҙәрҙең төп асылы ана шул.
Бөгөнгө көндө дәрестә бала күңеленә ни һалыу һәм нисек һалыу айырыуса мөһим. Икенсенән, бөгөнгө дәресте уҡытыусының һәм уҡыусының эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. «Уҡытыусы һөйләй, бала тыңлай, аңлағанын һөйләп бирә» тигән ҡараш хәҙер иҫкерҙе инде. Дәрестә эшмәкәр мөнәсәбәт, мөхит юҡ икән, ул инде ваҡытты, шуға тәғәйен материалды әрәм итеү тигән һүҙ.
Дәрес — ул һабаҡ, һабаҡ үҙ сиратында тәрән асылға һәм күп мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, һабаҡ алыу, һабаҡ булыу, һабаҡ биреү, арт һабағын уҡытыу кеүек төшөнсәләргә тарҡала. Дәрестә балаға һабаҡ булырлыҡ мәғәнә, асыл биреү кәрәк. Баланы һүҙҙең мәғәнәһенә һәм асылына төшөндөрөү зарур. Тел психологияһында нимәне өйрәнеү мөһим түгел, ә нисек өйрәнеү мөһим. Сер түгел: туған тел күренештәре мәктәптә лингвистика берәмеге йәһәтенән өйрәнелә. Был дөрөҫмө? Телдең моңо, мәғәнәһе, асылы ни тигән һүҙ? Туған тел моңо — тасуирилыҡ сараһы. Башҡорт теленең, телмәренең моңон мин уйлап тапманым. Уны алдынғы ҡарашлы урыҫ мәғрифәтселәре, миссионерҙары (Мәҫәлән, А.Г.Бессонов, В.Катаринский: «Башкирский язык — такой благозвучный язык») әйткән. Шул моңға баланы өйрәтеү мөһим. Ул моң уҡытыусы телмәре аша яңғырарға тейеш. Уның телмәре балаға үрнәк, өлгө булһа ине.
Бала күңеленә нисек юл һалырға? Әлбиттә, һүҙ менән, һүҙҙең эске мәғәнәһе (образы) менән уй бирергә, уйландырырға кәрәктер. Бәлки шул юл менән уның күңеленә үтеп инергә, һәләтен асырға мөмкиндер. Халыҡта уйлағандың уйында ҡала тигән әйтем бар. Тел күренештәрен, һүҙ, төшөнсәләрҙе уйға төрөп биреү кәрәктер — баланың рухи хәлен ҡуҙғытыу мөһим.
Дәрестең төп маҡсаты баланың рухи хәленә тәьҫир итергә, психик һыҙаттарын, рухиәтен, күңел донъяһын ҡуҙғытырға тейеш. Бала күңеленә юл һалыу, ана шул юлдан уның рухи һәләтенә үтеп инеү дәрес материалының сифатына туранан-тура бәйләнгән. Баланы уйландырыу аша уның рухи һәләтен ҡуҙғытып була. Уйға уй үрелә. Уй уйҙы тыуҙыра. Дәрестең сифаты уҡыу эшмәкәрлегенә, баланың үҙ аллы уйлау һәләтенә ҡайтып ҡала.
Студенттарға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тәҡдим ителгән был йыйынтыҡҡа ҡушымта рәүешендә алдынғы уҡытыусыларҙың дәрес өлгөләре тупланды. Шулай уҡ был китапҡа ингән мәҡәләләр ҙә дәрес проблемаһына арналды.
Похожие разделы