Һеҙ эшләйәсәк инегеҙ.
Улар эшләйәсәк ине (инеләр).
в)
Азат Өфөлә уҡыясаҡ ине.
Әмировтар диңгеҙгә барасаҡ ине.
г)
Улар бөгөн килмәйәсәк ине.
Мин уның менән йәшәмәйәсәк инем.
д)
Һин Токиоға китәсәк инең түгелме?
Азат диңгеҙгә китәсәк ине түгелме?
6. Күнегеүҙәр.
а) Составьте предложения.
Азат, йәй, диңгеҙ, барғыһы, килә.
Әлиә, йәй, китаптар, уҡығыһы, килә.
Марат, клуб, компьютер, килә, барғыһы.
Ял, Морат, киләме, шахмат, уйнағың.
Булһа, каникул, Анапа, ине, барыр.
Ул, килһә, бөгөн, ине, беҙ.
Поезд, Сибай, булһа, бөгөн, ине.
Атай, ҡайтһа, цирк, инек, барыр.
Был, ятасаҡ, дауахана, аҙнала, ул, ине.
б) Ответьте на вопросы.
Һинең Индияны күргең киләме?
Каникулда ҡайҙа барғың килә?
Урта диңгеҙҙә йөҙгөң килмәйме?
Өләсәйеңә ауылға барғың килмәйме?
Ауылға ҡайтһаң, нимә эшләйһең?
Лотерейға аҡса отһаң, нимә эшләр инең?
Президент булһаң, нимә эшләр инең?
Азат диңгеҙгә китәсәк инеме?
Был командала ул уйнаясаҡ инеме?
Банкоматҡа Азат барасаҡ инеме?
Азат банкоматҡа кем менән барасаҡ ине?
Ул дискеттар һатып аласаҡ инеме?
7. Диалогтар.
а)
– Сәләм, Азат!
– Сәләм, Айбулат!
– Ҡайҙа бараһың?
– Вокзалға.
– Унда нимә эшләйһең?
– Поезға билет алам.
– Ҡайҙа?
– Адлерға. Ялға Ҡара диңгеҙгә барғым килә.