Урок № 19
УН ТУҒЫҘЫНСЫ ДӘРЕС – УРОК ДЕВЯТНАДЦАТЫЙ
Азат, һинең диңгеҙгә барғың киләме?
Азат, тебе хочется поехать на море?
1. Диңгеҙгә барыу – поехать на море
Диңгеҙ – море
Диңгеҙгә барғы килә – хочется поехать на море
а)
Ҡара – смотри, ҡарағы килә – хочется смотреть
Күр – смотри, күрге килә – хочется увидеть
Бел – знай, белге килә – хочется знать
Яҙ – пиши, яҙғы килә – хочется писать
Кит – уходи, китке килә – хочется уходить
Уҡы – читай, уҡығы килә – хочется читать
Йөҙ – плавай, йөҙгө килә – хочется плавать
2. Желание в башкирском языке передается с помощью аффиксов –ғы/-ге,
-ҡы/-ке и вспомогательного глагола килә.
а)
Минең барғым килә. – Мне хочется идти.
Һинең барғың килә. – Тебе хочется идти.
Уның барғыһы килә. – Ему хочется идти.
Һеҙҙең барғығыҙ килә. – Вам хочется идти.
Уларҙың барғыһы килә. – Им хочется идти.
а)
Мин поезд менән йөрөгөм килә.
Мин самолет менән осҡом килә.
Уның автобус менән киткеһе килә.
б)
– Һинең Мәскәүгә барғың киләме?
– Эйе, килә.
– Мәскәүгә нимә менән барғың килә?
– Самолет менән.
– Ялға ҡайҙа барғың килә?
– Талҡаҫ күленә,
– Ялда нимә эшләгең килә?
– Компьютерҙа уйнағым килә.
– Һинең каникулда нимә эшләгең килә?
– Диңгеҙҙә йәки күлдә һыу ингем килә.
– Унда нимә менән барғың килә?
– Поезд менән.
– Әлиә, Канар утрауҙарында булғың киләме?
– Эйе.
в)
– Һеҙҙең Башҡортостанға килгегеҙ киләме?
– Килә.