Башҡорт, тел, дәрес, бөгөн.
Ғәрәпсә, уҡый, белә, яҙа, мин.
Һүҙлек, инглизсә-урыҫса, миңә, кәрәк.
в) Прочитайте скороговорки башкирского языка и выучите
Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным. Ҡара ҡарғаға ҡараңғыла ҡараһаң да, ҡарамаһаң
да, ҡара ҡарғаға ҡарағанда ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.
Сейәлек соҡорон сыҡҡан саҡта, сей сейәне сәйнәй-сәйнәй, сикәләрем сатнаны.
в) Переведите
Вот словарь.
Был башҡортса-урыҫса һүҙлек.
Я пишу по-арабски.
Мин японса һөйләшәм.
Он по-башкирски понимает, но не говорит.
Мин башҡортса аңлайым, уҡыйым, яҙам, һөйләшәм.
Сегодня урок французского языка.
Мин күп телдәр беләм.
Мин инглиз телен яҡшы беләм.
Ул немецсә аңлай, бер аҙ һөйләшә.
Минең туған телем – башҡорт теле.
10. Диалогтар.
а)
– Булат, һин уҡыйһыңмы?
– Эйе.
– Ҡайҙа?
– Университетта.
– Ниндәй факультетта?
– Сит телдәр факультетында.
– Ниндәй телдәр өйрәнәһең?
– Инглиз, немец.
– Был телдәрҙә һөйләшәһеңме?
– Эйе.
– Афарин!
б)
– Денис, һин ҡайҙа уҡыйһың?
– Техникумда.
– Нисәнсе курста?
– Икенсе.
– Ниндәй телдәр өйрәнәһегеҙ?
– Урыҫ, башҡорт, инглиз телдәре.
– Был телдәрҙе беләһеңме?
– Бер аҙ.
– Урыҫса яҡшы беләһеңме?
– Бик яҡшы түгел, сөнки насар яҙам.
– Башҡортса нисек?
– Башҡортса аңлайым, уҡыйым, һөйләшмәйем.
– Ә инглиз телең нисек?
– Насар һөйләшәм, яҡшы аңлайым, хаталы яҙам.