уҙған, үткән – прошлый, прошедший;
уҙған (үткән) йыл – прошлый год, в прошлом году
уҙғарырға, үткәрергә – проводить; справлять; пропускать;
ваҡыт уҙғарыу (үткәреү) – проводить время;
юбилей уҙғарыу (үткәреү) – справлять юбилей;
алға уҙғарыу (үткәреү) – пропускать вперед
уҙырға – проходить; проехать, проезжать
ужым – озимь
уй – мысль; размышление
уйламағанда – нежданно-негаданно
уйламағанса – неожиданно
уйланырға – задуматься, размышлять
уйларға – думать, обдумывать; мыслить; считать
уймаҡ – наперсток
уйнап-көлөргә – веселиться
уйнарға – играть; веселиться; забавляться; исполнять
уйпат – впадина, низина
уйсан – задумчивый, грустный
уйсанланырға – становиться задумчивым
уйын – игра; вечер, вечеринка
уйын-көлкө – развлечения
уҡ I – стрела
уҡ II – усилит. частица; шул уҡ тот же
уҡлау, туҡмас таяғы – скалка
уҡмашырға – скомкаться, сбиваться; слипаться
уҡсы – стрелок
уҡыған – образованный
уҡымышлы – грамотный
уҡырға I – читать
уҡырға II – учиться, обучаться
уҡытырға – учить, обучать, преподавать