Өфө: Китап, 1998.— 344 б. Иҫтәлектәр, мәҡәләләр. «Тамаша» журналына
ҡушымта, 2.
Камил Вәлиевтың исеме Башҡортостанда һәр кемгә таныш. Ул киң
танылған йырсы. Шул уҡ ваҡытта бик бай тормош юлы үткән, төрлө
талантҡа эйә шәхес. Үҙе хаҡындағы ошо яҙмаларынан артистың әҙәби
һәләте барлығына ла инанаһың. Был китапты оло ҡыуаныс менән
уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ һәм ул күп кенә шатлыҡлы минуттар бүләк
итер тип ышанабыҙ.