Электрон китап. – 2014 йыл. – 49 бит. Төҙөүсеһе Мәкрәй.
Сабир Шәрипов башҡорт прозаһына биҙәк өҫтәрҙәй үҙенә генә хас кескәй жанрҙа юл хикмәттәре ижад итә. Эйе, юлда ла тормош ҡайнап тора, унда ла кешеләрҙең холоҡ-фиғеле сағыла. Ә ни өсөн хикмәт тип атала һуң? Баҡһаң, яҙыусы үҙе күргән йә ишеткән фәһемле, һабаҡ булырҙай ваҡиғаларҙы ғына һайлап, уларҙы хикмәт дәрәжәһенә күтәрә. Һәммәһе лә ҡыҫҡалыҡта - оҫталыҡ тигән әҙәби зауыҡҡа яуап бирә.