Өфө: «Китап», 1994. — 272 б.
Уметбаев Рамазан. Гнется ковыль под росой (на башкирском
языке).
Китапты ҡулына тәүге алған уҡыусының башында: «Ошон дай ҡатмарлы
заманда, бәғзеләр йәмғиәтебеҙҙең үткәнен тыҡ рыҡ һайын һүккән
ваҡытта, нишләп әле автор «ҡәһәрле» дәүер ҙе хикәйәләмәк булған?»
тигән һорау тыуыуы мөмкин. Уҙған йылдарға нисек кенә ҡарамайыҡ — ул
беҙҙең тарих, оло ҡыйын лыҡтар, ҙур ҡорбандар аша беҙ артылған
үрҙәр. Уны һис тә оло йылъяҙманан юйып ташлай алмайбыҙ. Мәгәр был
әҫәрҙә лә бармаҡ осонан һурып сығарылған хәл-ваҡиғалар юҡ — ба
рыһын да беҙҙең ата-бабаларыбыҙ кисергән, үҙ баштарынан үт кәргән.