Өфө: Китап, 1998. — 264 б. Автор үҙенең был китабында Яйыҡ буйҙары
тарихына ҡағылышлы хәл-ваҡиғаларҙы һәр төрлө идеологик сикләүҙәрҙән
азат , өр-яңы күҙлектән яҡтыртырға тырыша. Китап мәктәп балаларына
ла , башҡорт тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусыларға ла
тәғәйенләнгән. Ҡайһы бер факттарға ҡарата авторҙың шәхси фекерҙәрен
үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу маҡсатҡа ярашлы тип табылды.