Институт перевода Библии, 2014. — 584 с. — ISBN 978‑5‑93943‑201‑6.
Перевод Нового завета на башкирский язык.
Һин ҡулыңа алған был китап – Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә
тәржемәһе. Яңы Ғәһедтән һәм Иҫке Ғәһедтән торған Изге Яҙма, йәғни
Библия ер йөҙөндәге иң уҡымлы китаптарҙың береһе.
Яңы Ғәһедтең төп эстәлеге – Ғайса Мәсих тураһында бәйән ителгән Һөйөнөслө Хәбәр. Грек телендәге «һөйөнөслө хәбәр» – «эуангелион» беҙгә ғәрәп теле аша «Инжил» формаһында килеп еткән. Шуға күрә Яңы Ғәһедте йыш ҡына Инжил, йәғни Һөйөнөслө Хәбәр тип йөрөтәләр.
Инжил үҙ эсенә 27 әҫәрҙе: дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н, Ғайса Мәсихтең юлынан барыусы шәкерттәрҙең 21 хатын һәм «Асылыш» китабын алған.